Өфөлә «Башҡорт рапсодияһы-2. Туҡымалар ваҡыты» күргәҙмәһе асылды — 26 сентября 2026 г. в 16:35:01.115
Өфөлә «Башҡорт рапсодияһы-2. Туҡымалар ваҡыты» күргәҙмәһе асылды Экспозиция рәссам Вәсил Ханнановтың 70 йыллығына арналған. «Сыңғыҙхан» арт-төркөмө лидеры, Наил Латфуллин исемендәге республика заман сәнғәте музейына нигеҙ һалыусы Вәсил Мирғәзийән улы бай мираҫ ҡалдырған. Башҡортостан Милли музейында асылған күргәҙмәлә ижадсының үҙенсәлекле картиналары тәҡдим ителгән.
179 просмотров