Башҡортостанда бал етештереүселәр «Ғәҙел билдә» системаһына күсә — 25 сентября 2026 г. в 19:40:00.800
Башҡортостанда бал етештереүселәр «Ғәҙел билдә» системаһына күсә Балдың үҙ «паспорты» барлыҡҡа килде. 1 сентябрҙән Рәсәйҙә татлы продукция мотлаҡ рәүештә «Ғәҙел билдә» системаһында теркәлгән булырға тейеш. Был һәр банкала уникаль Куар-код булыуын аңлата. Ул тауарҙы етештереүсенән алып һатып алыусыға тиклемге юлды күҙәтергә мөмкинлек бирә. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып бындай маркировканы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Ғәйфуллиндар ғаиләһе алған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.