Дәүләт Думаһында күпселекте "Берҙәм Рәсәй" алды — 25 сентября 2026 г. в 11:56:11.468
Дәүләт Думаһында күпселекте "Берҙәм Рәсәй" алды Үҙәк һайлау комиссияһы ил парламенты депутаттарын һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте. "Берҙәм Рәсәй"гә 349 мандат бирелә. КПРФ - 37, ЛДПР- 23, "Яңы кешеләр" - 19, "Ғәҙел Рәсәй" - 17, "Родина" 1 урын ала. Шулай уҡ үҙен үҙе күрһәтеүсе 4 кеше Думаға үтте. Һайлау кампанияһын хәүефһеҙ һәм ғәҙел уҙғарыу буйынса төп бурыс үтәлде, - тине Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова.