Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн ышаныс чаты эшләй башланы — 25 сентября 2026 г. в 12:17:34.430
Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн ышаныс чаты эшләй башланы МАХплатформаһында"Беҙ һинең менән" тигән чат булдырылған. Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, төп маҡсат - балаларға ярҙам күрһәтеү. Шәхси проблемалар, ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында чатҡа аноним рәүештә яҙырға мөмкин. - Һеҙҙең исемегеҙҙе, ниндәй мәктәптә уҡыуғыҙҙы бер кем дә белмәйәсәк, аныҡ ярҙам күрһәтеләсәк, - тине министр.