Стәрлетамаҡта йәмәғәт советы пассажирҙар йөрөткән «Вектор Некст» автобустарын тикшерҙе — 25 сентября 2026 г. в 09:45:03.045
Стәрлетамаҡта йәмәғәт советы пассажирҙар йөрөткән «Вектор Некст» автобустарын тикшерҙе Пассажирҙар уңайлығы өсөн. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы автобустарҙы тикшерә. Был юлы уның активистары Стәрлетамаҡ халҡын хеҙмәтләндергән «Вектор некст»тарҙы баһаланы. Йәмәғәтселәр техниканың торошо, кондиционерҙарҙың, түләү системаһының, аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн шарттарҙың төҙөклөгөнә инанды.