Радий Хәбиров Федераль суд приставтары хеҙмәтенең яңы етәксеһе менән осрашты — 24 сентября 2026 г. в 10:30:03.375
Радий Хәбиров Федераль суд приставтары хеҙмәтенең яңы етәксеһе менән осрашты Радий Хәбиров Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Бровченко менән осрашты. Уның менән Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры кәңәшсеһе Александр Дарин таныштырҙы. Дмитрий Бровченко республиканы һәм был хеҙмәттең үҙенсәлектәрен яҡшы белгән тәжрибәле хеҙмәткәр. Етәкселек уның ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәйәсәгенә һәм идара итеүҙе артабан үҫтерәсәгенә ышаныс белдерә,-тине отставкалағы генерал-майор.