Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың ҡатнашыуы 80 проценттан ашты
Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың ҡатнашыуы 80 проценттан ашты Дәүләт Думаһына һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанда халыҡтың тауыш биреүҙә ҡатнашыу әүҙемлеге 80 проценттан юғары. Парламентарийҙар партия исемлеге һәм бер мандатлы округтар буйынса һайланды. Шулай уҡ 28-се Ҡыҙыл округы буйынса Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау ойошторолдо. Бынан тыш, сәйәси кампания һөҙөмтәләре буйынса Өфө ҡала советы һәм ҡайһы бер район, ауыл биләмәләрендә власть органдары составы ла яңырасаҡ.