Радий Хәбиров судьялар менән бәйле яңы факттарҙы етди тикшерергә ҡушты
Радий Хәбиров судьялар менән бәйле яңы факттарҙы етди тикшерергә ҡушты Радий Хәбиров судьялар менән бәйле эштәге яңы факттар һәм уларҙы етди тикшереү талап ителеүе тураһында белдерҙе. Быға тиклем республика башлығы судьялар берлегендәге әшнәлек һәм дуҫ-ишлек тураһында әйткәйне. Фемида хеҙмәткәрҙәре үҙ статусы менән файҙаланып, Өфө хакимиәте транспортын шәхси мәнфәғәттә файҙалана. Хәҙер тағы ла республика етәксеһенең шәхси тормошо тураһында законһыҙ рәүештә мәғлүмәт йыйыу билдәле булған. Радий Хәбиров Тәфтиш комитетына ғариза менән мөрәжәғәт иткән.