Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашыу 80 проценттан ашты
Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашыу 80 проценттан ашты Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында көндөҙгө сәғәт 12-лә үткән брифингта Дәүләт Думаһына һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре иғлан ителде. Участка комиссиялары протоколдарының 88,4 проценты эшкәртелгәндән һуң төбәктә һайлауҙа халыҡтың ҡатнашыу әүҙемлеге 80 проценттан күберәк булыуы теркәлгән. Федераль бюллетендә ун партияның береһе өсөн тауыш бирергә мөмкин ине. Сәйәси фирҡәләрҙең рейтингы буйынса беренсе урында 64,9% менән «Берҙәм Рәсәй» килә. «Коммунистар партияһы» 9,37%, либерал-демократик партия 8,1 процент, «Ғәҙел Рәсәй»-7,42%, «Яңы кешеләр» 7,22% йыйған. Ҡалған партиялар өсөн бер проценттан кәмерәк тауыш бирелгән.