Башҡортостандың өс телеканалы Берҙәм тауыш биреү көнөндә бер үк ваҡытта эфирға сыға
Башҡортостандың өс телеканалы Берҙәм тауыш биреү көнөндә бер үк ваҡытта эфирға сыға «Барыһы ла еңеү өсөн» Иртәгә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостандың өс телеканалы бер үк ваҡытта эфирға сыға. Бөгөн Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ошо турала фекер алышыу майҙансығы үтте. Унда республика телекомпаниялары етәкселәре алдағы эфир концепцияһы, киң мәғлүмәт сараларының берлектәге эше һәм йәмғиәтте туплауҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә телевидениеның роле хаҡында һөйләне.