Лилиә Ғүмәрова Өфөлә әсәһе һәм тормош иптәше менән һайлау участкаһына килде
Лилиә Ғүмәрова Өфөлә әсәһе һәм тормош иптәше менән һайлау участкаһына килде Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Өфөлә тауыш бирҙе. 144-cе һайлау участкаһына ул тормош иптәше һәм 75 йәшлек әсәһе менән бергә килде. Ошо көндәрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Лилиә Салауат ҡыҙы парламентаризмды үҫтереүгә индергән өлөшө һәм оҙаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Александр Невский ордены менән бүләкләнеүе тураһында билдәле булды.