Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы закон проекттары тәҡдим итеү буйынса беренсе урында
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы закон проекттары тәҡдим итеү буйынса беренсе урында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай иң әүҙем төбәк парламенты тип танылды. Был турала Дәүләт Думаһының 8-се саҡырылышы төбәктәрҙең закондар сығарыу әүҙемлеге анализына таянып «Ведомости» гәзите хәбәр итә. Башҡортостан унда ҡануниәт проекттары тәҡдим итеү буйынса беренсе урынды биләй. 2021 йылдың октябренән алып Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 55 закон проекты тәҡдим иткән.