2-4 ноябрҙә Өфөлә «Рәсәй креатив аҙналығы-Евразия» фестиваль-форумы үтәсәк
2-4 ноябрҙә Өфөлә «Рәсәй креатив аҙналығы-Евразия» фестиваль-форумы үтәсәк Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эш кәңәшмәһендә ҡатнашты. Рәсәй Президентының стратегик партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек буйынса идаралығы етәксеһе Вадим Титов республиканың конгресс үҙәге булараҡ мөмкинлектәрен юғары баһаланы.