Быйыл Шишмә шәкәр заводында миллион тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәртеү планлаштырыла
Быйыл Шишмә шәкәр заводында миллион тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәртеү планлаштырыла Тәүлегенә 700 тонна шәкәр ҡомо етештереү бурысы ҡуйылған. Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Республикала бөгөнгә 10 мең гектарҙан ашыу майҙанда татлы тамыр ҡаҙып алынған. План 25 процентҡа үтәлгән. Гектар ҡеүәте 382 центнер. Шәкәр сөгөлдөрө Шишмә һәм Раевка заводтарына оҙатыла.