Халыҡты юлдар, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре борсой
Халыҡты юлдар, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре борсой Был турала Республика Хөкүмәте ултырышында белдерелде. Унда социаль селтәрҙәрҙә мониторинг һөҙөмтәләре ҡаралды. Сентябрҙең икенсе аҙнаһында "Инцидент менеджмент"та 4 мең 846 мөрәжәғәт теркәлгән. Беренсе урында юлдар темаһы. Халыҡ юл соҡорҙарына , йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар торошона зарлана. Өфө, Благовещен һәм Туймазы райондарынан хәбәрҙәр күп булған. Шулай уҡ биләмәләрҙе яҡтыртыу, сүп-сар сығарыу, һыу менән тәьмин итеү, коммуналь түләүҙәр буйынса мөрәжәғәттәр байтаҡ. Премьер-министр Андрей Назаров етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.