Стәрлетамаҡ-Салауат юлында үлемесле авария теркәлгән
Стәрлетамаҡ-Салауат юлында үлемесле авария теркәлгән Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 63 йәшлек ир идара иткән «Лада Гранта» автомобиле картуф тейәгән мотоблокка бәрелгән. 55 йәшлек мотоблок хужаһы һәләк булған. Уның 48 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре менән Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр вәкилдәре эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.