Башҡортостанда ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеккә 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән
Башҡортостанда ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеккә 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡышҡа әҙерлек кимәле юғары. Быйыл ҡышҡа әҙерләнеүгә тупланған саралар күләме 4,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Был былтырғыға ҡарағанда, 8 процентҡа күберәк. Хеҙмәттәр алдына ҡуйылған бурыстар ҙа етди һәм күләмле: 1600 ҡаҙанлыҡтың тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, шулай уҡ 17 мең километр һыу үткәргесте, 4 мең километр самаһы йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү.