Өфөлә Халыҡ-ара марафонда 9 меңдән ашыу кеше йүгерҙе
Өфөлә Халыҡ-ара марафонда 9 меңдән ашыу кеше йүгерҙе Өфө Халыҡ-ара марафонында Рәсәйҙең 42 төбәге һәм 46 сит илдән 9 меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар 2, 5, 10 саҡрым араны, шулай уҡ ярыммарафон һәм марафон дистанцияһын һайлай алды. Майҙанда балалар өсөн старттар ҙа уҙғарылды. Күләмле спорт сараһы төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерә, быйыл иң өлкән ҡатнашыусыға 88 йәш ине. Күреү һәләте насар булғандар өсөн махсус инклюзив кластер эшләне, маршрут буйынса уларҙы оҙатып барҙылар. Бынан тыш, йүгереүселәр Хәйриә акцияһына ҡушылып, фондтарға ярҙам итте.