Өфөлә көҙгө йәрминкәләрҙә республика етештереүселәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте
Өфөлә көҙгө йәрминкәләрҙә республика етештереүселәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте Өфөлә традицион йәрминкәләр үтте. Унда ҡала халҡы сағыштырмаса арзан хаҡҡа ауыл хужалығы тауарҙары һатып ала алды. Башҡортостан етештереүселәре бал, һөт, ит, емеш-еләк һәм йәшелсә килтергән. Республика фермерҙары ла үҙ продукцияһын аралашсыһыҙ тәҡдим итте.