Әбйәлил районында көнөнә 2,4 мең тонна иген эшкәрткән комплекс асылды
Әбйәлил районында көнөнә 2,4 мең тонна иген эшкәрткән комплекс асылды Әбйәлил районында заманса иген ҡабул итеү, таҙартыу һәм киптереү пункты эшләй башланы. «Красная Башкирия» агросәнәғәт предприятиеһы базаһындағы яңы объект тотош Урал аръяғы хужалыҡтарын хеҙмәтләндереү көсөнә эйә. Шулай уҡ йыл башында асылған «Бүләк» экофермаһы ла Рәсәйҙә тиңе булмаған уникаль хужалыҡ. Бында һауын эшен роботтар башҡара. Фермерҙар хеҙмәткәрҙәр һәм һыйырҙар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырған.