Шаран районында ауыл хужалығы ветераны Тимерғәле Тимеркәевтың 80 йәшлеге билдәләнде
Шаран районында ауыл хужалығы ветераны Тимерғәле Тимеркәевтың 80 йәшлеге билдәләнде Үҙ еренең данлы улы. Бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Тимерғәле Тимеркәев 80 йәшен билдәләне. Легендар шәхесте талантлы һәм абруйлы етәксе булараҡ беләләр. Тимерғәле Мәғдән улының күп йыллыҡ эшмәкәрлеге тыуған Шаран районы менән тығыҙ бәйле. Үҙенең намыҫлы хеҙмәте, ерҙе һөйөүе һәм кешелеклелеге менән ул районда ғына түгел, республикала ла ихтирамға лайыҡ шәхес. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.