Башҡортостанда Бөтә Рәсәй хоккей көнө билдәләнә
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй хоккей көнө билдәләнә Байрам республика хөкүмәтенең рәсми саралар планына индерелде. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Сараларҙы Спорт министрлығы, "Салауат Юлаев" клубы, Әлшәй район хакимиәте ойоштора. Бөтә Рәсәй хоккей көнө йыл һайын 22 декабрҙә билдәләнә.