Өфөлә «Матур фатир» хәйриә проекты старт алды
Өфөлә «Матур фатир» хәйриә проекты старт алды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына оло хәстәрлек менән. Бөгөн БСТ телеканалында «Матур фатир» хәйриә проекты старт ала. Һәр тапшырыуҙа «Минең атайым» видеороликтар конкурсы еңеүселәренә вәғәҙәләнгән балалар бүлмәһендә башҡарылған ремонт һөҙөмтәләре менән танышырға мөмкин. Йорттарҙа батырҙың улдары һәм ҡыҙҙары өсөн уңайлы, яҡты һәм йылы мөхит булдырыла.