Башҡортостанда элекке хөкөм ителгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу проекты тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда элекке хөкөм ителгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу проекты тормошҡа ашырыла Иреккә сығыусыға яңы тормош башлау мөмкинлеге. Башҡортостанда сәнскеле сым артында ултырыусыларҙың мәшғүллеге хәл ителә. Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы ҡаты режимлы объект, бында башлыса рецидивистар, йәғни бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән кешеләр ултыра. Ауыр статьялар буйынса яза алғандар байтаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ир-аттарҙың күбеһе яңы тормош башлау хыялы менән йәшәй.