Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төлкө, бүре һәм айыу аулаусыларға аҡ...
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төлкө, бүре һәм айыу аулаусыларға аҡса түләй Республика хөкүмәтенең ҡарары бар. Төлкө өсөн 3 мең һум, бүрегә 30 мең һәм һоро айыуға 50 мең һум ҡаралған. Аҡса алыу өсөн министрлыҡҡа ғариза, паспорт күсермәһен, банк ревизиттарын, һунарға рөхсәт ҡағыҙы һәм ауланған кейек тураһында акт тапшырырға кәрәк.