Башҡорт содаһы зәңгәр ҡаптарҙа сығарыла башланы
Башҡорт содаһы зәңгәр ҡаптарҙа сығарыла башланы Компаниянан белдереүҙәренсә, уның составы ҡыҙыл ҡаптағы продукцияныҡы кеүек үк. Яңы дизайнлы сода кибеттәрҙә көнкүреш химияһы, ҡыҙылы - бакалея бүлектәрендә тәҡдим ителә. “Күптәр соданы таҙартыу һәм дезинфекция өсөн ҡуллана. Шуға ла ҡыҙыл ҡап – кухня, зәңгәре – өйҙө тәртипкә килтереү өсөн тәғәйенләнә”, - тип белдерәләр «Росхим» компанияһынан.