Үзбәкстан делегацияһы «Республикалар Кубогы»нда ҡатнашыу өсөн Өфөгә килде
Үзбәкстан делегацияһы «Республикалар Кубогы»нда ҡатнашыу өсөн Өфөгә килде Ҡунаҡтарҙы аэропортта милли бейеүҙәр, ҡурай моң һәм тәм-том менән ҡаршы алдылар. Ярышта сит илдән 50 кеше ҡатнаша. Был спортсылар, тренерҙар штабы һәм судьялар. «Республикалар Кубогы» баш ҡаланың Көрәш һарайында 11 октябрҙә үтә. Программаға милли көрәш, билбау, дзюдо һәм грек-рим көрәше буйынса спорт төрҙәре ингән. Турнир иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.