Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта дәүләт наградалары тапшырылды
Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта дәүләт наградалары тапшырылды 11 октябрҙә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы-Республика көнө билдәләнә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тарихи датаға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, республикала йәшәүселәрҙе байрам менән тәбрикләне. Сәхнәлә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде.