Өфөлә Ленин исемендәге яңыртылған парк халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнде
Өфөлә Ленин исемендәге яңыртылған парк халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнде Өфөнөң Ленин исемендәге паркы халыҡтың иң яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Йәмәғәт киңлегенең Республика көнө алдынан асылыуы мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. Күләмле реконструкция 2025 йылда Башҡортостан һәм Һаҡлыҡ банкы ярҙамында башланды. Объект 9 октябрҙә тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды.