Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар» төркөмө яңы концерт программаһын тәҡдим итте
Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар» төркөмө яңы концерт программаһын тәҡдим итте Стәрле һәм Ашҡаҙар буйҙары ҡурай моңона күмелде. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө яңы концерт программаһы тәҡдим итте. Республиканың танылған артистары башҡорт халыҡ һәм популяр эстрада йырҙарын башҡарҙы. Хореографик композициялар менән «Торатау» балалар өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.