Башҡорт дәүләт аграр университеты «Евразия йөрәге» фестивалендә абсолют еңеүсе булды
Башҡорт дәүләт аграр университеты «Евразия йөрәге» фестивалендә абсолют еңеүсе булды Өс Гран-при һәм дөйөм иҫәптә абсолют беренселек. Башҡорт дәүләт аграр университеты-илдең ауыл хужалығы йүнәлешендә белем алған студенттар араһында ойошторолған «Евразия йөрәге» XIII Бөтә Рәсәй ижади фестивалендә төп еңеүсе тип танылды. Ырымбур ҡалаһында үткән мәҙәни форум Рәсәйҙең 25 төбәгенән 800 студентты берләштерҙе. Өфө студенттары тәҡдим иткән 37 номерҙың 31-е юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.