Радий Хәбиров һайлау кампанияларын ойоштороусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров һайлау кампанияларын ойоштороусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы Радий Хәбиров республикала һайлау кампанияларының сифатлы ойошторолоуын билдәләп, мөһим сәйәси ваҡиғала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында территориаль һәм участка һайлау комиссиялары ағзалары менән осрашыу уҙғарылды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, быйылғы электораль цикл тамам.