Өфөлә «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды
Өфөлә «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды Радий Хәбиров Өфөлә асылған «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған форумда 400-гә яҡын мосолман руханиҙары, ғилми берләшмә һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре вәкилдәре ҡатнаша.