Радий Хәбиров ШОС саммиты алдынан Өфө инфраструктураһын әҙерләү буйынса эшсе төркөм бул...
Радий Хәбиров ШОС саммиты алдынан Өфө инфраструктураһын әҙерләү буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡушты Башҡортостандың баш ҡалаһы 2028 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын юғары кимәлдә ҡабул итергә тейеш. Бының өсөн тейешле инфраструктураны әҙерләү буйынса эште алдан башларға кәрәк. Был турала Радий Хәбиров сираттағы «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә белдерҙе. Кәңәшмәлә урамдарҙы, майҙандарҙы һәм парк биләмәләрен төҙөкләндереү проекттары тикшерелде.