Мутлашыусылар халыҡты алдау юлдарын төрләндерә
Мутлашыусылар халыҡты алдау юлдарын төрләндерә Нефтекамала гөбөргәйел һатырға теләгән ҡыҙ аҡсаһыҙ ҡалған. Ул сайттарҙың береһенә иғлан урынлаштырған. Һатып алырға теләүсе шунда уҡ табылған. Гөбөргәйелде курьер хеҙмәте аша аласағы тураһында хәбәр иткән. Шуға электрон почта адресын һораған. Тиҙҙән почтаға һатып алыу операцияһы тураһында хәбәр килгән, аҡса күсереү өсөн һылтанма аша банк картаһы мәғлүмәттәрен ҡалдырырға кәрәк тигәндәр. Ошонан һуң ҡыҙҙың картала булған 10 мең һум аҡсаһы юҡҡа сыҡҡан, гөбөргәйелде лә һата алмаған.