Башҡортостанда биш мәктәпкә билдәле шәхес исемдәре бирелде
Башҡортостанда биш мәктәпкә билдәле шәхес исемдәре бирелде Документҡа премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев ҡул ҡуйҙы. Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауыл мәктәбе Советтар Союзы геройы Хәмит Әһлиуллин исемен йөрөтә. Түбәнге Ҡыйғы мәктәбенә Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина исеме бирелде. Илеш районы Түбәнге Сереккүлдәге белем йорто Әсғәт Рахманов исемен ала. Бөрйәндәге Байназар мәктәбе Әхмәт Сөләймәнов исемендә була, Өфөләге 110-сы мәктәп Павел Качкаев исеме менән атап йөрөтөлә.