Ҡырмыҫҡалы эшҡыуары биш төр икмәк бешерә һәм баш ҡалала ла заказдар ҡабул итә
Ҡырмыҫҡалы эшҡыуары биш төр икмәк бешерә һәм баш ҡалала ла заказдар ҡабул итә Башҡортостанда үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн социаль контракт эшләй. Кире ҡайтарылмай торған дәүләт ярҙамы эшҡыуарҙарға үҙ эшен асырға йәки ҡорамалдар һатып алыуға тәғәйенләнә. Республикала социаль контракт менән файҙаланырға теләүселәр байтаҡ. Ҡырмыҫҡалы районынан Бикбулат Минәзев мәҫәлән, үҙ икмәкханаһын аса. Бөгөн ул өй шарттарында 5 төр икмәк бешерә.