Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһе 85 йыллығын билдәләй
Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһе 85 йыллығын билдәләй Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһенә 85 йыл. Комбинат бер быуатҡа яҡын баш ҡала һәм республика халҡын тәмле, файҙалы, сифатлы ризыҡ менән тәьмин итә. Икмәк бешереүселәр йылдар дауамында заман технологияларын өйрәнеп, тарихи тәжрибәгә таянып эшләй. Әммә һәр осорҙа ла төп ҡағиҙә үҙгәрмәй, яҡшы кәйеф менән күңел һалып бешергән икмәк кенә тәмле була.