Башҡорт опера һәм балет театрында ноябрҙә «Травиата» операһының премьераһы үтә
Башҡорт опера һәм балет театрында ноябрҙә «Травиата» операһының премьераһы үтә Ноябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында данлыҡлы «Травиата» операһының премьераһы үтә. Тулы циклдағы постановка-йәғни, театр үҙе барлыҡ декорациялар һәм реквизиттарҙы ла әҙерләй. Әҫәрҙәге геройҙар образдары спектаклдең төп ғорурлығына әүереләсәк: театр оҫтаханаларында ҡулдан 200-ҙән ашыу үҙенсәлекле костюмдар һәм хатта артистар өсөн аяҡ кейемдәре лә тегелә.