Башҡортостан предприятиелары «Йыл экспортеры. Рәсәйҙә эшләнгән» премияһында призлы урын...
Башҡортостан предприятиелары «Йыл экспортеры. Рәсәйҙә эшләнгән» премияһында призлы урындар яуланы Башҡортостан предприятиелары «Йыл экспортеры. Рәсәйҙә эшләнгән» Бөтә Рәсәй премияһының округ этабында призлы урын яуланы. Агросәнәғәт комплексы йүнәлешендә эре бизнес араһында Шишмә шәкәр заводы менән «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт уңышҡа ирешһә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында Илнур Вәлиев еңеүселәр исемлегенә инде. Өфөнөң Нуғай ауылында баҡсасылыҡ эшен алып барып, ағас-ҡыуаҡлыҡтар, сәскә үҫентеләре менән Рәсәй төбәктәрен һәм Ҡаҙағстан ҡалаларын йәшелләндереүҙә ҡатнашҡан замандашыбыҙ тураһында киләһе яҙмала.