Стәрлетамаҡ районында аграр тармаҡта пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу буйынса семина...
Стәрлетамаҡ районында аграр тармаҡта пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу буйынса семинар үтте Агродрондар баҫыуҙарҙы иңләй. Стәрлетамаҡ районында аграр тармаҡта пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу буйынса семинар үтте. Сарала хужалыҡтарҙы заманса техниканы файҙаланыуҙың өҫтөнлөктәре, килеп тыуған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һүҙ барҙы. Семинарҙа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Иршат Фәзрахманов ҡатнашты. Практик өлөш Стәрлетамаҡ районының «Дружба» хужалығы баҫыуҙарында үтте. «Баш-фугицид» компанияһы аграрийҙарҙы илдәге иң ҙур агродрон менән таныштырҙы.