БСТ телеканалында йылытыу миҙгеленә арналған махсус брифинг үтте
БСТ телеканалында йылытыу миҙгеленә арналған махсус брифинг үтте Эксперттар ҡайһы бер фатирҙарҙың ни өсөн һаман йылытылмауы сәбәптәрен аңлатты. Әле республикала ике аҙна дауамында системаларҙы көйләү бара. Идарасы компаниялар көсөргәнешле режимда ҡорамалдарҙы тикшерә һәм әлегә йылыға юғары ҡаттарға етергә бирмәгән һауа тығындарын юҡ итә. Брифингта шулай уҡ коммуналь селтәрҙәрҙе күләмле модернизациялау тураһында ла һүҙ барҙы.