Өфөлә йәш ғалимдарҙы һәм уҡыусыларҙы берләштергән биотехнология турниры башланды
Өфөлә йәш ғалимдарҙы һәм уҡыусыларҙы берләштергән биотехнология турниры башланды 18 октябрҙә биотехнологтар һөнәри байрамын билдәләй. Байрам уңайынан Өфө кампусында республика биотехнология турниры старт алды. Ул төбәктең иң яҡшы йәш ғалимдарын, уҡыусыларын һәм алдынғы эксперттарын берләштерҙе. Ҡатнашыусылар төрлө дисциплиналарҙа үҙҙәренең белемен күрһәтте. Улар өсөн шулай уҡ күргәҙмә ойошторолдо, унда балалар ғалимдарҙың эшләнмәләре һәм зоомузей экспонаттары менән яҡынданыраҡ таныша алды.