Өфөлә йылдың һуңғы экологик өмәләре үтте
Өфөлә йылдың һуңғы экологик өмәләре үтте Баш ҡаланың ҡеүәтле предприятиелары ла, төрлө ойошмалары ла акцияға дәррәү ҡушылды. Ленин районы Өфөнөң төп муниципаль берәмектәренең береһе, бында билдәле мәҙәниәт учреждениелары, уҡыу йорттары, парктар, һәйкәлдәр бар. Шуға күрә лә бында тәртип, таҙалыҡ урынлаштырыуға айырыуса етди, яуаплы ҡарайҙар. Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов әйтеүенсә, туристар ҙа тап ошо биләмәләге объекттарға күпләп килә.