Башҡортостан вәкилдәре Ғабдулла Туҡайҙың 150 йыллығын билдәләүҙә ҡатнаша
Башҡортостан вәкилдәре Ғабдулла Туҡайҙың 150 йыллығын билдәләүҙә ҡатнаша Беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев һәм Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова шағирҙың юбилейын үткәреү буйынса ойоштороу комитетына индерелде. Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың ошо турала ҡарары бар. Президент ярҙамсыһы Владимир Мединский, мәҙәниәт министры Ольга Любимова, Чехов исемендәге Мәскәү театры художество етәксеһе Константин Хабенский шулай уҡ комитет составына алынған. Ғабдулла Туҡайҙың 150 йыллығына арналған ҙур саралар 2036 йылда уҙғарыла.