Шаран районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы тамамлай
Шаран районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы тамамлай Быйыл техник культураның дөйөм майҙаны 370 гектар тәшкил иткән. Татлы тамырҙың шәкәрлелеге 19 процентҡа еткән, ә ауырлығы айырым осраҡта бер килограмдан да ашып китә. Төбәктә шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән ике хужалыҡ шөғөлләнә. Ҡаҙып алынған уңыш Раевка шәкәр заводына оҙатыла.
226 просмотров