Башҡортостанда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының өсөнсө форумы 400-ҙән ашыу делегатты йыйҙы
Башҡортостанда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының өсөнсө форумы 400-ҙән ашыу делегатты йыйҙы Традицияларҙы һаҡлаусылар-ауыл үҫеше драйверҙары. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының Башҡортостанда үткән өсөнсө форумы ошондай девиз аҫтында үтә. Иглин районында ойошторолған сарала илдең 12 төбәгенән һәм Башҡортостандан 400-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Форумда һүҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған төп йүнәлештәр тураһында бара, бында мәшғүллек тә, дәүләт ярҙамы ла, социаль яҡлау саралары ла, рухи ҡиммәттәр ҙә, матурлыҡ темаһы ла сағылыш тапҡан.