Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды
Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды Тантанаға һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары, ветерандар һәм ауыл халҡы саҡырылды. Монументты асыу хоҡуғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға бирелде. Һәйкәл төҙөү башланғысы менән махсус хәрби операция геройы, «Йәшел береттар» ансамбле етәксеһе Рәшәт Фазлиәхмәтов сығыш яһай. идеяны уның ауылдаштары ла хуплай.