Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Үзбәкстанға килде
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Үзбәкстанға килде Делегация составына төбәк Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре инде. Программала-«Бекабад» үзбәк-башҡорт технопаркын төҙөүгә тәүге нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашыу, хакимдар менән бер нисә эшлекле осрашыу. Башҡортостан башлығы Сәмәрҡәнд өлкәһендә Ласселсбергер Групп халыҡ-ара холдингына ингән «Цемикс» компанияһының төҙөлөш материалдары етештереү заводына барҙы.