1 ноябрҙән Рәсәйҙә һөт ризыҡтарына «Ғәҙел билдә» системаһы буйынса яңы маркировка индерелә
1 ноябрҙән Рәсәйҙә һөт ризыҡтарына «Ғәҙел билдә» системаһы буйынса яңы маркировка индерелә Был үҙгәреш әлегә 40 тәүлектән күберәк ҡулланыу ваҡыты булған продукцияларға ҡағыла. Улар элекке кеүек һәр тауар айырым түгел, ә партия буйынса иҫәпкә алынасаҡ. Универсаль тапшырыу документында тауар коды һәм күләме менән бергә етештереү партияһының номеры ла күрһәтеләсәк. Эксперттар фекеренсә, бындай яңылыҡ етешһеҙлектәрҙе тиҙерәк асыҡларға, мөҙҙәте үткән продукцияны әйләнештән сығарырға мөмкинлек бирәсәк.